Әсәйем - ҡояшым
Баймаҡ ҡалаһы һәм районы әсәйҙәренә бағышлана
«Әсәй!» — тип телем асылған,
«Әсәй!» — тип юлға сығылған,
«Әсәй!» — тип бәхет табылған,
«Әсәй!» — тип урап ҡайтылған.
«Әсәй!» — тип төндә уянам,
«Әсәй!» — тип өндә ҡыуанам,

«Әсәй!» — тип йөрәк һыҙлаһа,
Ҡайтырмын бер, тип йыуанам…
Мине саҡырһа ла далам,
Юлдарға кәртә ҡоролған.
Тыуған яҡты һағыныуҙарым
«Әсәй!..» һүҙенән ҡойолған...
(Ҡ.Аралбай)
"Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге" хеҙмәткәрҙәре лә бәхетле әсәй, ҡатын һәм өләсәй...
Шундай әсәйҙәребеҙ булыуы менән бәхетлебеҙ!
Иҫәнгилдина Роза Хәкимйән ҡыҙы,
5 бала әсәһе (Гүзәл Салихова).
Маликова Әминә Искәнйәр ҡыҙы,
4 бала әсәһе (Лилиә Такаева).
Салихова Гөлйәүһәр Ғәни ҡыҙы,
5 бала әсәһе (Лилиә Күсәбаева).
Байғотлина Фәғилә Һөйөндөк ҡыҙы,
1 бала әсәһе (Әлфиә Байегетова).

Хисаметдинова Миңлегөл Ғәлимйән ҡыҙы, 2 бала әсәйе (Земфира Әхтәмова).
Яҡшығолова Сәғирә Нотфулла ҡыҙы, 9 бала әсәһе (Нур Яҡшығолов).
Харисова Рәйсә Сафый ҡыҙы, 5 бала әсәһе (Эльмира Кейеккужина).
Муртазина Гүзәл Ҡотдос ҡыҙы, 5 бала әсәһе (Әлфиә Мортазина).
Мөхәмәтшина Зәйтүнә Әхмәткәрим ҡыҙы (Азамат Мөхәмәтшин)
Әлмөхәмәтова Вәзимә Сәғәҙи ҡыҙы,
3 бала әсәһе
Николаева Мәфрүзә Мөхтәр ҡыҙы,
2 бала әсәһе (Светлана Николаева).
Корнеева Сөйөмбикә Зиннур ҡыҙы,
2 бала әсәһе (Эльвира Кидрасова).
Ҡәҙерле әсәйҙәр!
Һеҙҙе ысын күңелдән Әсәйҙәр көнө менән ҡотлап, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө, сикһеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр ул, шуға күрә һеҙҙең алда баш эйәбеҙ!
Баймаҡ әсәйҙәре -
иң бәхетле әсәләр!

Һеҙҙең хаҡта һүҙебеҙ...
ӘСӘЙ!
Ер йѳҙѳндәге иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ - әсәй!
Шул һүҙ менән баланың теле асыла һәм ул бѳтә телдәрҙә лә берҙәй яғымлы яңғырай.
Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе - әсәй.
Әсәнең йомшаҡ ҡулдарын, мѳләйем ҡарашын, яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмайҙыр. Әсә йѳрәге -
иң һиҙгере, тиҙәр. Унда балаға булған мѳхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй.
Әсә... Ниндәй бөйөк исем...
Нимә етә әсә булыуға?!
Ҡатындарҙың бөтөн матурлығы,
Сибәрлеге әсә булыуҙа.
Әсәләрҙең күңелдәре балаларҙа,
Бала күңеле тиҙәр далала.
Тик онотмайыҡ шуны:ике килмәй
Хеҙмәт итеү ата-әсәйгә.
ӘСӘЙЕМӘ

Донъялағы иң-иң матур
Кеше, әсәй, һин бит ул.
Матурлығың ай, ҡояшҡа,
Сәскәләргә тиң бит ул!

Донъялағы иң ҡәҙерле,
Иң бәхетле кеше бул.
Әсәйҙе бәхетле итеү —
Балаларҙың эше ул!

(Тәнзилә Дәүләтбирҙина)

Фотолар: авторҙан, һәм интернет-ресурстарҙан алынды.

Видеолар: ютуб-каналдан.


©Такаева Л.Р., автор-төҙөүсе, 2021
This site was made on Tilda — a website builder that helps to create a website without any code
Create a website